Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81 ↑

EUR 75.32 ↑

20 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан халҡы бушлай флюорография үтә ала

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

24 март — Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө алдынан Башҡортостан халҡы бушлай тикшереү үтә ала. Республика ҡалаларында 23 һәм 24 мартта күсмә флюорография комплекстары асыла.

Өфөлә шәмбе, 24 мартта, Цюрупа урамы, 97 адресы буйынса тикшереү үтергә мөмкин. Эш ваҡыты — иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем.

Стәрлетамаҡта иһә белгестәр бушлай тикшереүҙе иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 2-гә тиклем ойоштора. Адресы: Социалистик урамы, 15.

Сибайҙа күсмә флюорография комплексы йәкшәмбе баҙары майҙанында эшләй. Адресы: Матросов урамы, 4. Ҡабул итеү 25 мартта иртәнге сәғәт 9-ҙан 4-кә тиклем бара.

Бынан тыш, 21 марттан 25-енә тиклем Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансерҙың амбулатория бүлексәләрендә (Өфөлә Белоретта, Бөрөлә, Ишембайҙа, Күмертауҙа, Салауатта, Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Приют ҡасабаһында, шулай уҡ Стәрлетамаҡта һәм Сибайҙа) Асыҡ ишектәр көнө үткәрелә. Республиканың баш ҡалаһында табиптар Цюрупа урамы, 100/1, Октябрь проспекты, 155 адрестары буйынса консультация бирергә әҙер.

Туберкулезға ҡаршы көрәш көнө халыҡҡа ошо хәүефле йоғошло сирҙе иҫкәртеү алымдары тураһында еткереүгә йүнәлтелгән. Иң ябай һаҡланыу саралары — вакцинация, ваҡытында тикшерелеү, табиптарға мөрәжәғәт итеү, сәләмәт тормош алып барыу.

15 йәштән башлап һәр кем йыл һайын флюорография үтергә тейеш. Ул организмда туберкулездың булыу-булмауынан тыш, башҡа хәүефле, шул иҫәптән онкология сирҙәрен дә асыҡларға ярҙам итә. Тикшереүҙе йәшәгән йәки ваҡытлыса беркетелгән урын буйынса поликлиникала бушлай үтергә мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1132483-zhiteli-bashkirii-smogut-besplatno-proyti-flyuorografiyu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть