Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.25 ↓

EUR 75.39 ↓

14 декабрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә композитор Шамил Ибраһимовтың 95 йыллығына IX асыҡ хор дирижерҙар конкурсы уҙғарыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

27-30 мартта Өфөлә Шамил Ибраһимов исемендәге IX асыҡ хор дирижерҙар конкурсы уҙғарыла. Ул билдәле башҡорт композиторының тыуыуына 95 йыл тулыуға арнала.

Сарала һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары ҡатнаша. Өфө сәнғәт училищеһы, Октябрьский һәм Салауат музыка колледждары, Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы, Ырымбур өлкәһе Быҙаулыҡ музыка колледжынан конкурсанттарҙы А.В. Свешников исемендәге дәүләт академия рус хорының художество етәксеһе Евгений Волков рәйеслегендәге жюри баһалай.

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурс барышында жюри рәйесе, А.В. Свешников исемендәге дәүләт академия рус хорының художество етәксеһе Евгений Волковтың оҫталыҡ дәрестәре, «Юрлов уҡыуҙары» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы, шулай уҡ Башҡортостандың Т. Сәйфуллин исемендәге Дәүләт академия хор капеллаһы (художество етәксеһе һәм баш дирижер Алһыу Хәсбиуллина) һәм С.Г. Эйдинов исемендәге Магнитогорск дәүләт академия хор капеллаһының (художество етәксеһе – Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Надежда Иванова) концерттары үтә.

Конкурс башҡорт композиторҙарының хор ижадын, классик һәм заманса хор музыкаһын пропагандалауға, хор йыры сәнғәтен һәм дирижерлыҡты үҫтереүгә, талантлы хор дирижерҙарын асыҡлауға, йәш дирижерҙарҙы тәрбиәләүҙә өҫтәмә стимул булдырыуға, музыкаль-педагогик һәм башҡарыу мәктәбе традицияларын һаҡлауға, һөнәри белем биреү учреждениеларында белгестәр әҙерләүҙең сифатын арттырыуға, педагогик тәжрибә алмашыуға, ижади даирәне киңәйтеүгә йүнәлтелгән.

Конкурсты ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Мәҙәниәт министрлығының мәғариф буйынса республика уҡыу-методик үҙәге, Өфө дәүләт сәнғәт институты.

http://www.bashinform.ru/news/1132413-v-ufe-k-95-letiyu-kompozitora-shamilya-ibragimova-proydet-ix-otkrytyy-regionalnyy-konkurs-khorovykh-/

Теги: конкурс
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть