Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.74 ↑

EUR 75.32 ↓

26 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Төбәктә эш хаҡы буйынса иң бай һәм ярлы тармаҡтар аталды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан статистары быйылғы ғинуарҙа төрлө иҡтисад тармағындағы хеҙмәткәрҙәргә түләнгән уртаса айлыҡ эш хаҡы күләмен хәбәр итте.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, дөйөм алғанда, тармаҡтар буйынса төбәктә уртаса эш хаҡы ғинуарҙа 30 190 һумдан артҡан. Был уҙған йылдың ғинуарына ҡарағанда 10,4 процентҡа күберәк.

Тармаҡтар киҫелешендә Башҡортостанда иң күп эш хаҡын кокс һәм нефть продукттары етештереү менән шөғөлләнгәндәр ала – айына уртаса 67 396 һум. Ул 2017 йылдың ғинуарынан ете процентҡа күберәк.

Шартлы иң килемле тармаҡтарҙа икенсе урында – файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу. Был өлкәлә уртаса эш хаҡы 52 295 һумдан артып китә.

Башҡортостанда өс иң аҡсалата тармаҡҡа химик матдәләр һәм химия продукттары етештереү ингән – айына уртаса 44 724 һум.

Дүртенсе урында – башҡа транспорт саралары һәм ҡорамалдар етештереү. Был өлкәләге хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса эш хаҡы ғинуарҙа 44 214 һумға еткән.

Эш хаҡы рейтингында бишенсе урында – компьютерҙар, электрон һәм оптик изделиелар етештереү – 41 596 һум.

Башҡортостанда эш хаҡына иң ярлы иҡтисад өлкәләре булып түбәндәгеләр тора: «Күн һәм күндән изделиелар етештереү» — айына уртаса 12 698 һум, «Йорт йыһаздары етештереү» — 14 642 һум, шулай уҡ «Урмансылыҡ һәм урман әҙерләү» һәм «Ҡунаҡханалар һәм дөйөм туҡланыу предприятиелары эшмәкәрлеге» 16 628 һәм 16 653 һум.

http://www.bashinform.ru/news/1132429-v-bashkirii-nazvany-samye-bogatye-i-bednye-otrasli-po-zarplate/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть