Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.85 ↓

EUR 75.40 ↑

20 апрель, Йома

Уфа   °

Стәрлетамаҡ ғалимы Башҡорт дәүләт университетында виртуаль ысынбарлыҡ лабораторияһы ойошторорға тәҡдим итте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Граждандарҙы ҡабул итеү барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы доценты Руслан Кәримов мөрәжәғәт итте. Уның менән республика етәксеһе яңыраҡ Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре менән барғанда аралашты.

Ғалим виртуаль ысынбарлыҡ лабораторияһы проекты менән таныштырҙы һәм юғары уҡыу йортонда «Геймдизайн һәм виртуаль ысынбарлыҡ» һөнәре буйынса магистратура асырға тәҡдим итте.

Уның һүҙҙәренсә, лаборатория өсөн ҡорамалдар һатып алыуға 6 миллион һумлап аҡса талап ителә. Киләсәктә ул һәләтле йәштәрҙе йәлеп итеү урынына әйләнеүе бар. Улар был өлкәләге проекттар, шулай уҡ мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә DigitalSkills чемпионатында ҡатнашыусыларҙы әҙерләү буйынса төбәк үҙәге менән шөғөлләнәсәк.

Геймдизайн һәм виртуаль ысынбарлыҡ һанлы иҡтисадты үҫтереү өлкәһендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора, тип билдәләне Руслан Кәримов. Шуның менән бергә Рәсәйҙә тағы ла ике юғары уҡыу йорто был өлкәләге белгестәрҙе уҡытыу менән шөғөлләнә. Шуға Стратегик башланғыстар агентлығы һәм «Кибер Рәсәй» мәғариф проекты булышлығында республикала тейешле магистратураның барлыҡҡа килеүе төбәктең һанлаштырыу өлкәһендә конкуренция һәләтен ярайһы уҡ күтәрер ине.

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәтенә һәм Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитетына VR лабораторияһы өсөн ҡорамалдар һатып алыу варианттары буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә һәм Башҡорт дәүләт университеты менән бергә Стәрлетамаҡ филиалы ҡарамағында магистратура асыу мәсьәләһен өйрәнергә ҡушты.

http://www.bashinform.ru/news/1132268-uchyenyy-iz-sterlitamaka-predlozhil-sozdat-v-bashgu-laboratoriyu-virtualnoy-realnosti/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть