Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48

EUR 73.93

22 июль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала балалар баҡсаларында ата-әсәләр түләүенең иң күп күләме билдәләнде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан Хөкүмәте муниципаль балалар баҡсаларында бала ҡарау һәм тәрбиләү өсөн түләтелгән ата-әсәләр түләүенең иң күп күләмен билдәләне. Хөкүмәттең тейешле ҡарары 21 мартта төбәктең рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылып сыҡты.

Ҡарар 2018 йылдың 1 ғинуарында барлыҡҡа килгән хоҡуҡ мөнәсәбәттәренә тарала.

Документҡа ярашлы, республика ҡалалары араһында бала ҡарау һәм тәрбиәләү өсөн иң күп түләү күләме Өфөлә билдәләнгән – айына 2 730 һум. Иң аҙы Ағиҙелдә – 1 787 һум.

Башҡортостан райондарына килгәндә, иң юғары ата-әсә түләүе Өфө районында – 2 526 һум, шулай уҡ Дәүләкән һәм Иглин райондарында – 2 407 һәм 2 169 һум.

Иң күп ата-әсә түләүенең иң бәләкәй күләме Йылайыр районында билдәләнгән – айына 1 104 һум.

http://www.bashinform.ru/news/1132341-v-bashkirii-ustanovlen-maksimalnyy-razmer-roditelskoy-platy-v-detsadakh/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть