Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24

EUR 78.07

24 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов «Миловка паркы» өлөшсөләре вәкиле менән осрашты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Граждандарҙы ҡабул итеү барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Миловка паркы» өлөшсөләренең инициативалы төркөмө вәкиле Ильвира Куликова менән осрашты. Ул торлаҡ комплексы төҙөлөшөн яңыртыу өсөн саралар ҡабул итеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте.

Әлеге ваҡытта 350-гә яҡын фатирға күсенгәндәр, әммә кешеләр асылда иһә төҙөлөш майҙансығында йәшәй, тип һөйләне ул. Коммуникациялар, инфраструктура юҡ, сүп-сарҙы сығарыу ойошторолмаған, хатта кәрәҙле элемтә лә юҡ.

Быйыл ғинуар айында 10-сы кварталдағы өс йорт буйынса төҙөлөш-монтаж эштәре яңынан башланды. Торлаҡ комплексы объекттарын яңы төҙөүсе ҡатнашлығында төҙөп бөтөү күҙаллана. Башҡортостандың Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты өлөшсөләр менән тығыҙ эш итә, уларға эш барышы һәм килеп сыҡҡан хәлдән сығыу юлдары хаҡында мәғлүмәт бирә.

Вице-премьер – Башҡортостандың Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты рәйесе Андрей Труханов менән телефон аша һөйләшеп, Рөстәм Хәмитов был мәсьәләне хәл итеү ваҡытын тикшерҙе. Ведомство етәксеһе һүҙҙәренсә, март аҙағында тейешле «юл картаһы» тәҡдим ителәсәк. 2018 йылда уҡ биш-алты яңы йорт төҙөй башлау, ә 2020 йылда нигеҙҙә проектты тормошҡа ашырыуҙы тамамлау күҙаллана.

— Ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын ла эшләрбеҙ, –  тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Төбәк Башлығы комплекс инфраструктураһын үҫтереү буйынса пландар тураһында һөйләне. Биҫтәлә заманса мәктәп төҙөү хаҡында ҡарар ҡабул ителгән дә инде. Һуңынан бында балалар баҡсаһы ла буласаҡ. Ильвира Куликова һүҙҙәренсә, быйыл «Миловка паркы»нда йәшәүсе 82 бала мәктәпкә бара. Шуның менән бәйле мәктәп автобусы эшен ойоштороу, шулай уҡ төҙөлөш комплексы Өфө районына ҡарағанға күрә, Өфөнөң Дим районындағы мәктәптәргә йөрөтөү менән бәйле мәсьәләне хәл итеү кәрәклеге килеп тыуа.

Әңгәмә йомғаҡтары буйынса республика етәксеһе Башҡортостан Хөкүмәтенә һәм Өфө районы хакимиәтенә «Миловка паркы» төҙөлөшөн яңынан башлап ебәреү һәм инфраструктураны үҫтереү менән бәйле бөтә һорауҙарҙы контролгә алырға йөкләмә бирҙе.

http://www.bashinform.ru/news/1132274-rustem-khamitov-vstretilsya-s-predstavitelnitsey-dolshchikov-milovskogo-parka/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть