Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.66 ↓

EUR 75.21 ↑

25 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә халыҡ риүәйәтселәре «Сәсән һәм Донъя» концертында сығыш яһаясаҡ

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә халыҡ һүҙ оҫталарының, риүәйәтселәрҙең, музыканттарҙың «Сәсән һәм Донъя» тип исемләнгән ҙур концерты үтә. Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына һәм 2020 йылғы Бөтә донъя Фольклориадаһына арналған сара 26 мартта була.

Үҙ оҫталыҡтарын сәсәндәр, оҫта музыканттар: Рәсәйҙә һәм республикала күренекле ғалим-сәсән, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Халыҡ-ара аҡындар, дастансылар бәйгеһе, «Рәсәй тауыштары» бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты Розалиә Солтангәрәева (проект авторы) һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты янындағы Сәсәндәр мәктәбенән уңың уҡыусылары: Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Илшат Мөслимов (скрипка), халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Гүзәл Үмәрғәлина (думбыра), «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле солисы Зәлиә Ғәниәтуллина (ҡыл-ҡумыҙ), Рөстәм Ғүмәров, Байрас Күсәрбаев (ҡурай), Иршат Ильясов (думбыра), Сәнғәт училищеһының думбырасылар ансамбле, йырсылар күрһәтәсәк.

Концерт Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте һәм «Башҡортостан Республикаһы Сәсәндәр үҙәге» фольклорын үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма ойоштороуында һәм булышлығында уҙа.

Халыҡ ижадын үҙ итеүселәрҙе Кәсепселек урамы, 17 адресы буйынса Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда көтәләр. Киске сәғәт 7-лә башлана.

http://www.bashinform.ru/news/1131800-v-stolitse-bashkortostana-narodnye-skaziteli-vystupyat-na-kontserte-sesen-i-mir/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть