Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48

EUR 73.93

22 июль, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Салауат Юлаев» командаһы «Трактор»ҙы еңеп, серияла алға сыҡты

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Силәбелә Өфөнөң «Салауат Юлаев» командаһы КХЛ плей-офында сирек финалдағы өсөнсө матчта «Трактор»ҙы еңде – 3:2. Силәбеләр осрашыуҙы яҡшыраҡ башланы – ике осор һөҙөмтәләре буйынса ике шайбаға алда барҙы. Әммә уйындың өсөнсө өлөшөндә Эркка Вестерлунд тәрбиәләнеүселәре матч барышын ҡайтанан үҙгәртте – өфөләр дүрт минут һәм 9 секунд эсендә ҡаршылаш ҡапҡаһына өс шайба индерҙе.

«Салауат Юлаев» хоккей клубының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, башта Максим Майоров шайбаны ҡапҡа эргәһендәге майҙанға ебәрҙе, унан ул Михаил Юньковтың тимераяғынан ҡапҡаға ҡаҡсыны. Һуңынан, бишкә дүрт уйынында, Линус Умарк туры һелтәп, шайбаны «Трактор»ҙың ҡапҡаһына оҙатты. Аҙаҡ Юньков Филип Ларсен ебәргән шайбаны ҡапҡа эргәһендәге хәүефле урындан ебәреп, йәнә уңышҡа өлгәште.

Өфө командаһы ҡунаҡта еңеү яуланы һәм серияла алға сыҡты – 2:1.

Шаршамбы, 21 мартта, киске сәғәт 7-лә «Трактор» менән серияла дүртенсе уйын була.

http://www.bashinform.ru/news/1132219-salavat-yulaev-obygral-traktor-i-vyshel-vpered-v-serii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть