Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.85 ↓

EUR 75.40 ↑

20 апрель, Йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов «Урал» волейбол клубының баш тренеры Даниэле Баньоли менән миҙгел һөҙөмтәләрен тикшерҙе

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Бөгөн Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Урал» волейбол клубының баш тренеры Даниэле Баньоли менән осрашты. 2017/18 уйын миҙгеленең һөҙөмтәләре, клубты үҫтереү мөмкинлектәре һәм киләсәккә бурыстар тикшерелде.

– Миҙгел һөҙөмтәләренең беҙ көткәнсә түгеллеген аңлайбыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ләкин, дөйөм алғанда, команданың сығышы тотороҡло ғына. Клубтың составы көслө. Һуңғы ике уйын һөҙөмтәләрҙең булыуын күрһәтте. Киләһе миҙгелдә команда уңыштарға ирешер, тип ышанғы килә.

– Үҙемдең карьерамда мин күп ерҙәрҙә эшләнем. Тәжрибәмә таянып, Өфөләге миҙгелде яҡшы үткәрҙек, тип әйтә алам. Клуб сифатлы эшләү, күнекмәләр һәм уйындар өсөн тейешле шарттар булдырҙы, – тип билдәләне Даниэле Баньоли. – Быйылғы миҙгелдә Рәсәй чемпионаты һис ҡасан булмағанса көслө һәм сәмле уҙҙы, тип иҫәпләйем. Киләһендә беҙ ҙурыраҡ уңышҡа өлгәшергә тейеш.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылғы Рәсәй чемпионатында «Урал» волейбол клубы йыйылған мәрәйҙәр һаны буйынса һигеҙенсе урынды алды. Бөтә Рәсәй волейбол федерацияһы быйыл урындарҙы еңеүҙәр һаны буйынса билдәләү формулаһын индерҙе, шуға күрә 12 матчта еңеүсе булған «Урал» туғыҙынсы урынға ҡалды.

http://www.bashinform.ru/news/1132080-rustem-khamitov-obsudil-itogi-sezona-s-glavnym-trenerom-voleybolnogo-kluba-ural-daniele-banoli-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть