Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.85 ↓

EUR 75.40 ↑

20 апрель, Йома

Уфа   °

Республикала балыҡсы боҙ аҫтына киткән

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Кисә, 19 мартта, Белорет районының Инйәр ауылы янындағы быуала балыҡ тотоп ултырған 44 йәшлек ир боҙ аҫтына киткән һәм һәләк булған. Тәфтиш органдары ошо осраҡ буйынса тикшереү эштәре алып бара.

Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, хәлдең сәбәптәре асыҡлана, үлем сәбәбен билдәләү өсөн суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителергә тейеш.

Белгестәр яҙғы боҙҙоң хәүефле булыуын иҫкәртә һәм һаҡ булырға саҡыра.

http://www.bashinform.ru/news/1132061-v-bashkirii-rybak-provalilsya-pod-led-i-utonul-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть