Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48 ↑

EUR 73.93 ↓

21 июль, Шәмбе

Уфа   °

Республика вәкилдәре Мәскәүҙә «Иҫке Арбатта Науруз көндәре»ндә ҡатнашты

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

15-18 мартта Мәскәүҙә «Иҫке Арбатта Науруз көндәре» уҙҙы. «Арбат 24» сауҙа-күргәҙмә комплексындағы байрамды асыу тантанаһында Рәсәйҙең министрлыҡ һәм ведомство, дипломатик корпус һәм халыҡ-ара ойошмалар, киң мәғлүмәт саралары, «Науруз»ды билдәләгән илдәр, милли диаспоралар вәкилдәре ҡатнашты. Башҡортостандан унда «ИКАТ МЕ» һәм «Руками Востока» ижади оҫтаханалары сығыш яһаны. Тажик кинорежиссеры Али Хамраев менән ижади осрашыуҙа Өфө журналисы, Башҡортостандың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гүзәл Агишева ҡатнашты.

Тажикстан Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Имомуддин Сатторов сараны асып, Науруздың («Яңы көн» тигәнде аңлата) донъялағы иң боронғо байрамдарҙың береһе булыуын билдәләне. «Иҫке Арбатта Науруз көндәре» Мәскәү халҡын һәм ҡунаҡтарын Наурузды байрам итеү традициялары менән таныштырыу маҡсатында ойошторола. Байрам ҡунаҡтарына Тажикстан һәм башҡа илдәрҙең милли коллективтары ҡатнашлығындағы концерт, милли кейемдәр күрһәтелде, улар милли аш-һыуҙан ауыҙ итте, байрамдың «Хафт син» һәм «Хафт шин» өҫтәле кеүек традициялары менән танышты. Күргәҙмәлә төрлө халыҡтарҙың халыҡ кәсептәре, төрлө илдәрҙең туристик мөмкинлектәре тәҡдим ителде, милли рәссамдарҙың экспозицияһы ойошторолдо.

Өфөнән журналист һәм дизайнер Ләйсән Йомағужина «ИКАТ МЕ» бренды аҫтында сағыу һәм төрлө кейем коллекцияһын тәҡдим итте. Әлеге ваҡытта ул Мәскәүҙә эшләй. Баш ҡалабыҙҙан Раушан Мирзаулуковтың «Руками Востока» ижади оҫтаханаһы башҡорт сувенирҙары, башҡа халыҡтарҙың халыҡ ижады әйберҙәре, биҙәкле консығыш һауыт-һабаһы һәм башҡа артефакттар менән таныштырҙы.

25 мартта Мәскәүҙәге ВДНХ комплексында «Науруз» байрамының дауамы була. Унда Башҡортостандан артистар һәм башҡа ижади эшмәкәрҙәр ҡатнаша, башҡорт сувенирҙары һәм аҙыҡ-түлек йәрминкәһе уҙғарыла. Атап әйткәндә, «Аҡ тирмә» башҡорт фольклор коллективы байрамға ҙур программа әҙерләй.

Байрам тураһында телесюжетты «Мир» телеканалында ҡарарға мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1131700-predstaviteli-bashkirii-prinyali-uchastie-v-dnyakh-navruza-na-starom-arbate-v-moskve/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть