Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.32

EUR 75.65

22 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда 988 меңдән ашыу кеше төҙөкләндереү өсөн йәмәғәт биләмәләрен һайлауҙа тауыш биргән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанда 988 меңдән ашыу кеше 2018-2019 йылдарҙа «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» проекты сиктәрендә төҙөкләндерелергә тейешле йәмәғәт биләмәләрен һайлау буйынса тауыш биреүҙә ҡатнашҡан. Был турала республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Республикалағы 24 тораҡ пунктта йәшәүселәр 109 йәмәғәт биләмәһен — парк, сквер, аллея, йәйәүлеләр зонаһын, яр буйҙарын һәм урамдарҙы һайлаған. Тиҙҙән тауыш биреүгә йомғаҡ яһала. Аҙна аҙағына тиклем еңеүселәр хаҡында мәғлүмәттәр баҫтырып сығарыу күҙаллана.

Быйыл өҫтөнлөклө проектты тормошҡа ашырыуҙа бөтәһе 63 муниципалитет ҡатнаша. Ихаталарҙы һәм йәмәғәт урындарын төҙөкләндереүгә бүленгән аҡсаның дөйөм суммаһы 1 миллиард һумдан ашып китә. Шуның 891 миллион һумы — федераль бюджеттан, 175 миллионы — республика ҡаҙнаһынан.  

2017 йылда Башҡортостанда «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» өҫтөнлөклө проектын ғәмәлгә ашырыуҙа 23 муниципаль берәмек ҡатнашҡан. 416 ихата һәм 37 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән.

http://www.bashinform.ru/news/1131507-bolee-988-tysyach-zhiteley-bashkirii-progolosovali-v-vybore-obshchestvennykh-territoriy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть