Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

22 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала хеҙмәтте һаҡлау буйынса иң яҡшы белгесте һайлайҙар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандың баш ҡалаһында 22 мартта «Хеҙмәтте һаҡлау буйынса иң яҡшы белгес» ХII республика конкурсы үтә, тип хәбәр иттеләр төбәк Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Конкурс 28 апрелдә билдәләнгән Бөтә донъя Хеҙмәтте һаҡлау көнөнә арналған.

Төп маҡсаттар – ойошмаларҙа хәүефһеҙ һәм сәләмәт хеҙмәт шарттары булдырыу буйынса эштең һөҙөмтәлелеген һәм сифатын арттырыу, хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендә ыңғай эш тәжрибәһен пропагандалау, шулай уҡ «Хеҙмәтте һаҡлау буйынса белгес» вазифаһының абруйын һәм әһәмиәтен күтәреү.

Конкурста хеҙмәтте һаҡлау хеҙмәте етәкселәре һәм белгестәре, шулай уҡ хеҙмәтте һаҡлау буйынса белгес бурыстары йөкмәтелгәндәр ҡатнаша ала. Шул уҡ ваҡытта бер предприятиенан бәйгеселәр һаны сикләнмәгән.

Конкурс йомғаҡтары буйынса тәүге 10 иң яҡшы белгес исемлеге төҙөлә.

Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, «Тармаҡ-ара институты» шәхси белем биреү учреждениеһы конкурсты ойоштороусылар булып сығыш яһай. Ул Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы һәм республикала Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы булышлығында уҙғарыла.

Конкурста ҡатнашыу ҡағиҙәләре хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостан тармаҡ-ара хеҙмәтте, экологияны һәм производствола именлекте һаҡлау институты сайында табырға мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1131769-v-bashkirii-vyberut-luchshego-spetsialista-po-okhrane-truda/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть