Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 78.07 ↓

22 сентябрь, Шәмбе

Уфа   °

Лилиә Ғүмәрова: «Ил граждандары көслө Рәсәй өсөн сығыш яһаны»

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Башҡортостан халҡы һайлауҙа юғары әүҙемлек күрһәтте. Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының башҡарма дәүләт власы органынан вәкил Лилиә Ғүмәрова ошо хаҡта белдерҙе.

«Төбәктә халыҡтың 75 проценттан ашыуы Рәсәй Президентын һайлауҙа ҡатнашҡан. Алынған тауыштар һаны буйынса ғәмәлдәге Президент Владимир Путин алда бара. Һайлаусыларҙың 78 проценты тиерлек уның өсөн тауыш биргән», — тип билдәләне сенатор.

Лилиә Ғүмәрова әйтеүенсә, Башҡортостан халҡы, рәсәйҙәр кеүек үк, тотороҡлолоҡто яҡланы, ил президенты курсын хупланы. «Ил буйынса ышаныс кимәленең юғарылығы донъя берләшмәһендәге хәлдәргә лә бәйле. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың юғары абруйы һөҙөмтәһендә бик күп дәүләттәр һәм халыҡтар Рәсәйгә өмөт менән ҡарай, уны тыныслыҡты һәм тотороҡлолоҡто һаҡлау гаранты тип ҡабул итә. Ғәмәлдәге дәүләт башлығы өсөн тауыштарҙың күп булыуын һәм халыҡтың әүҙем ҡатнашыуын иҫәпкә алып, Владимир Путин — Рәсәйҙе үҙен һәм башҡаларҙы яҡларға әҙер булған тағы ла көслөрәк держава итергә, уның донъяла позицияларын нығытырға, заман саҡырыуҙарына һәм янауҙарына яуап бирергә һәләтле лидер, тип ышаныслы әйтә алабыҙ», — тине сенатор.

http://www.bashinform.ru/news/1131515-liliya-gumerova-grazhdane-strany-vystupili-za-silnuyu-rossiyu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть