Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24

EUR 78.07

24 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Мәсетле районында етәксе тәғәйенләнде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Мәсетле районы хакимиәте етәксеһе итеп йәнә Әнис Әсәҙуллин һайланды. Был хаҡта ҡарар муниципаль район Советы ултырышында ҡабул ителде.

Муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын биләүгә конкурс федераль һәм төбәк ҡануниәтенә ярашлы уҙғарылды.

Муниципалитет башлығы вазифаһына дүрт кандидат: Мәсетле районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Әнис Әсәҙуллин, уның урынбаҫары Азамат Ҡәләмов, Башҡортостан Республикаһы Дыуан районы буйынса республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең Мәсетле районындағы филиалының бүлек етәксеһе Владимир Новоселов һәм арбитраж идара итеүсе Азат Шакиров дәғүә итте.

Конкурста 3 кеше ҡатнашты. Депутаттар ғәмәлдәге район етәксеһен ҡабаттан һайланы.

http://www.bashinform.ru/news/1131656-v-mechetlinskom-rayone-naznachen-rukovoditel/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть