Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48

EUR 73.93

22 июль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөнән пассажир микроавтобусы Татарстанда юл фажиғәһенә осраған: ҡорбандар бар

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Бөгөн иртән Татарстанда М7 трассаһында Өфөнән Ҡазанға китеп барған «Форд» микроавтобусы ҡатнашлығында үлемесле авария булған. «Татар-информ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Мәскәү — Өфө автомобиль юлының 1016-сы саҡрымында, кафеның парковкаһына сыҡҡанда Өфөнән Ҡазанға пассажирҙар илткән «Форд Транзит» микроавтобусы менән «Валдай» автомобиле бәрелешкән.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Татарстан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, микроавтобус водителе һәм «Валдай» пассажиры фажиғә урынында йән биргән. Төрлө йәрәхәттәр алған алты кеше  дауаханаға оҙатылған, уларҙың икәүһе ауыр хәлдә.

Ваҡиға урынында оператив төркөм эшләй.

Һәләк булған һәм зыян күргән кешеләрҙең шәхестәре асыҡлана.

http://www.bashinform.ru/news/1131766-passazhirskiy-mikroavtobus-iz-ufy-popal-v-dtp-v-tatarstane-est-pogibshie-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть