Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.60 ↑

EUR 76.18 ↓

27 апрель, Йома

Уфа   °

«Өфө» футбол клубы һәм Сергей Семак контрактты оҙайтыу хаҡында килеште

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Сергей Семак һәм «Өфө» футбол клубы генераль директоры Шамил Ғәзизов хеҙмәт килешеүен оҙайтыу хаҡында һүҙ биреште. Ошо хаҡта «өфөләр» остазы спорт баҫмаһына интервьюла хәбәр итте.

«Контрактты ике йылға оҙайтыу тураһында килешеү бар. Ә уға ҡул ҡуйыу – бары тик формаллек, — тип асыҡлыҡ индерҙе Семак «СЭ» хәбәрсеһенә. — Минең «Өфө» менән килешеү буласағын әйтә алам. Ә минең ҡайҙа эшләйәсәгем ниндәй ҙә тәҡдимдәр булыуға бәйле. Әммә әлегә ундайҙар юҡ һәм мин хеҙмәттәшлекте дауам итергә күҙаллайым. Карьерамды мин талап ителгән ерҙә генә күрәм. Әлеге ваҡытта ул «Өфө» генә».

Сергей Семак 2016 йылдың декабрендә килешеү төҙөнө. Ул йыл ярымға иҫәпләнгән.

http://www.bashinform.ru/news/1131763-fk-ufa-i-sergey-semak-dogovorilis-o-prodlenii-kontrakta/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть