Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81 ↑

EUR 75.32 ↑

20 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

«Китап» нәшриәте Зәйнәб Биишеваның 110 йыллығына юбилей саралары үткәрә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның 110 йыллыҡ юбилейына һәм Башҡортостан «Китап» нәшриәтенә уның исемен биреүгә 10 йылға арналған тантаналар уҙғара.

Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығында хәбәр итеүҙәренсә, юбилей саралары 23 мартта Октябрь проспекты, 2 адресы буйынса нәшриәттең тамаша залында үтә. Көндөҙгө беренсе яртыла Зәйнәб Биишева һәйкәленә сәскә һалалар. Сәғәт икелә – төп саралар башлана.

Башҡортостан «Китап» нәшриәте 1919 йылда ойошторолған. Башҡорт, рус, татар, шулай уҡ Башҡортостандың башҡа халыҡтары телдәрендә нәфис, ғилми-популяр, уҡытыу-педагогик, балалар, мәҙәни-мәғрифәт, тыуған яҡты өйрәнеү әҙәбиәте һәм һынлы сәнғәт продукцияһы сығара. Рәсәйҙең Китап сығарыусылар ассоциацияһы ағзаһы. 1992 йылда нәшриәт «Китап» тип йөрөтөлә башлай, 2007 йылда уға башҡорт яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның исеме бирелә.

http://www.bashinform.ru/news/1131753-bashkirskoe-izdatelstvo-kitap-provedet-yubileynye-meropriyatiya-k-110-letiyu-zaynab-biishevoy-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть