Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

22 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда йәшәгән ир ике йыл «игеҙәгенең» бурысын түләй

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Башҡортостанда 51 йәшлек ир ике йыл дауамында бурыслы булмауын иҫбатларға тырыша. 2016 йылдан Благовещен ҡалаһында йәшәгән Сергей Никитиндың иҫәбенән ай һайын туғыҙар мең һум алып торалар, ә уның эш хаҡы — 16 мең һум. Баҡтиһәң, Сергей Никитин дәүләт алдында бөтөнләй икенсе кешенең бурысы өсөн түләй икән.

Сергей Николаевич Никитындың Волгоград эргәһендә аҙашы йәшәүе асыҡланған, «игеҙәктәрҙең» хатта тыуған көндәре лә тап килә.

«Йыл ярым суд приставтары хеҙмәте аша мин түгел, Волгоград өлкәһендәге аҙашымдың бурыслы булыуын иҫбатларға тырышам, — тип һөйләне Благовещендан Сергей Никитин. — Ҡурҡыныс төштәр күрә башланым: йәнәһе лә бурыстар өсөн йортомдо тартып алалар».

Яңыраҡ Башҡортостанда йәшәгән Сергей Никитинға уның иҫәптәренән бөтә сикләүҙәр алыныуы хаҡында хат килгән. Әммә приставтар был процедураны Волгоградтағы аҙашының иҫәптәре менән эшләгән.

http://www.bashinform.ru/news/1131715-zhitel-bashkirii-dva-goda-platit-za-dolgi-dvoynika/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть