Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48

EUR 73.93

22 июль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә 300-ләгән көрәшсе тхеквондо буйынса ярыштарҙа ҡатнашты

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Өфөлә тхэквондо буйынса асыҡ чемпионат һәм Башҡортостан беренселеге үтте. Ярыштар ИТФ төрө буйынса уҙғарылды һәм Башҡортостан спортсыларында ғына түгел, сиктәш төбәктәр: Татарстан, Удмуртия республикалары, Һамар, Свердловск һәм Ырымбур өлкәләре көрәшселәренда лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Республиканың Тхэнвон-До (ИТФ) федерацияһы ярыш һайын байтаҡ ҡатнашыусылар йыя. Был юлы ла «Нефтсе» спорт комплексы залына 300-ләгән спортсы йыйылды.

Турнирҙы ойоштороусылар йыл һайын уны мөмкин тиклем конкурентлы итергә тырыша. Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән спортсыларҙың ҡатнашыуы ярыштарға сифат өҫтәй. Нәҡ ошо шарттарҙа оҫталыҡ һәм тәжрибә үҫә. Спортсының бурысы – мөмкин тиклем уңышлы сығыш яһау һәм миҙал яуларға тырышыу. Кемгәлер асыҡ чемпионат һәм Башҡортостан беренселеге – спорт карьераһында беренсе баҫҡыс, ә ҡайһы берәүҙәр өсөн – киләсәктә артабанғы үрҙе алыу өсөн үҙеңде хәрби шарттарҙа һынап ҡарау мөмкинлеге ул.

Был ярыштар үҙеңде һынап ҡарау, республиканан Евразия ярыштарында лайыҡлы сығыш яһау өсөн әҙерлек кимәлен баһалау мөмкинлеге бирә, тип билдәләне тхэквондо буйынса Башҡортостан йыйылмаһы ағзаһы Шахбоз Хаджаев.

«Беҙ Өфөлә 14-17 майҙа Спорт һарайында үтәсәк беренсе Евразия уйындарына спортсылар һайларға тырышабыҙ. Шулай уҡ Тхэвондо-До федерацияһы унда тулы составта ҡатнаша. Беҙҙең спорт төрөн был ярыштарҙа бөтөн матурлығында күрһәтербеҙ тип уйлайым», – тине Башҡортостандың Тхэквон-До федерацияһы президенты Руслан Нәбиуллин.

Хәрби сәнғәттәр буйынса Евразия уйындарында иң яҡшылар сығыш яһарға тейеш. Әлегә Федерацияға Өфө турниры һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостан йыйылмаһы составын уйларға кәрәк була. Рәсми булмаған команда зачетында хужалар беренсе булды. Бер аҙ кәм наградаларҙы Нефтекаманан һәм Ҡалтасы районынан тхэквондо менән шөғөлләнеүселәр яуланы.

http://www.bashinform.ru/news/1131640-v-ufe-okolo-300-boytsov-prinyali-uchastie-v-sorevnovaniyakh-po-tkhekvondo/

Теги: тхэквондо
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть