Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.76 ↑

EUR 75.79 ↓

24 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Ғәмәлдәге дәүләт башлығы Владимир Путин ышаныслы еңеү яуланы – Дәүләт Думаһы депутаты Инга Йомашева

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

«Бөгөнгө көнгә Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауға төп йомғаҡтар яһалды һәм ышаныс менән ғәмәлдәге дәүләт башлығы Владимир Путин еңеү яуланы тип әйтергә була», — тип комментарий бирҙе берҙәм тауыш биреү көнөнән һуң Дәүләт Думаһы депутаты, халыҡ-ара эштәр буйынса комитет ағзаһы Инга Йомашева.

Башҡортостанда, бөтөн илдәге кеүек, һайлаусыларҙың күбеһе тауышын Владимир Путин өсөн бирҙе, уға Рәсәйҙе үҫеш һәм башҡа илдәр менән тыныс һыйышып йәшәү юлы буйынса алып барыуын дауам итергә ышанып тапшырҙы, тип айырым билдәләй депутат.

«Һайлауҙар алдынан халыҡ-ара хәл ярайһы уҡ көсөргәнешле булды, — тип иҫәпләй Инга Йомашева. — Америка Ҡушма штаттарының яңы йәҙрә доктринаһы күптәрҙә донъялағы тыныслыҡты һаҡлап ҡалыу мөмкинлегендә шикләнергә мәжбүр итте, ә Солсбериҙағы хәлдән һуң Бөйөк Британияның Рәсәйгә ҡарата логикаһыҙ ялыуҙары беҙҙең ике яҡлы мөнәсәбәттәргә кире йоғонто яһаны. Әммә был шарттар һайлаусыларға тауыш бирергә һәм артабан да суверенитетыбыҙҙы яҡлаясаҡ һәм бөтә рәсәйҙәрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу өҫтөндә эшләйәсәк Президентты һайларға ҡамасауламаны».

http://www.bashinform.ru/news/1131445-deystvuyushchiy-glava-gosudarstva-vladimir-putin-oderzhal-ubeditelnuyu-pobedu-deputat-gosdumy-inga-yu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть