Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48 ↑

EUR 73.93 ↓

21 июль, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда ҡыр сусҡалары машиналарҙан ҡурҡмайынса юлға килеп сыҡҡан

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостанда йәшәүсе «Вся Уфа» телеканалы менән кешеләрҙән дә, автомобилдәрҙән дә ҡурҡмайынса юлға килеп сыҡҡан ҡыр сусҡалары видеояҙмаһы менән уртаҡлашҡан. Юлсылар видеоны Әлшәй районында, Чехов исемендәге шифахананан алыҫ булмаған юлда төшөрөп алған.

Яҙмала ҡабандарҙың кешеләрҙән дә, машиналарҙан ҡурҡмауы күренә. Оло ҡабандар янында көтөүҙә бәләкәй ҡыр сусҡалары ла бар. Ҡурҡыу белмәгән хайуандар юл аша сығып, автомобиль янына килгән. Шаһиттар, машинанан сыҡмайынса ғына, тәҙрә аша ҡыр сусҡаһы ғаиләһен һыйлаған.

http://www.bashinform.ru/news/1131622-v-bashkirii-dikie-kabany-ne-ispugalis-mashin-i-vyshli-na-dorogu/

Теги: хайуандар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть