Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48 ↑

EUR 73.93 ↓

21 июль, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Беҙҙең һайлау – беҙҙең еңеү!» тип исемләнгән байрам концерты үтте

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Кисә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Спорт һарайы алдында үткән «Беҙҙең һайлау – беҙҙең еңеү!» байрам концертында сығыш яһаны. Төбәк етәксеһе республика халҡына Рәсәй Президентын һайлауҙа ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт әйтте һәм ғәмәлдәге дәүләт башлығы Владимир Путинды еңеүе менән ҡотланы.

— Башҡортостан Республикаһында һайлауҙар ойошҡанлы, бик һәйбәт үтте. Беҙҙең халыҡ берҙәмлеген күрһәтте һәм ил Президентын хупланы, – тине Рөстәм Хәмитов. – Рәсәй Президенты республикабыҙға оло ихтирам менән ҡарай. Ул беҙҙә яңы объекттар төҙөлһөн, яҡшы инфраструктура барлыҡҡа килһен өсөн күп нәмә эшләй. Президент ярҙамы менән бөгөн Башҡортостан Республикаһы «Башнефть» кеүек эре компанияның 25 процент акцияһына эйә булыуы хаҡында ла әйтергә мөмкин. Президент сәйәси мәҙәниәтте үҫтереү йүнәлешендә лә күп нәмә эшләй. Илебеҙҙең алға барғанын күрәбеҙ. Бынан тыш, санкциялар, тышҡы баҫым шарттарында  берҙәмлегебеҙҙе, бер-беребеҙгә ярҙам күрһәтеүебеҙҙе, кисә уҙған һайлауҙарҙағы бөтәһен дә күрһәтергә тейеш.

Республика Башлығы тауыш биреүҙә йәштәрҙең ҡатнашыуын айырым билдәләне.

— Кисә участкаларҙа йәштәр күп булды. Был бик ҡыуандыра, сөнки йәштәр ижтимағи процестарға бик әүҙем ҡушыла. Был бөтә яҡтан да һәйбәт, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Ҡәҙерле йәш һайлаусыларым, был акцияларҙың йәш ҡатнашыусылары, гражданлыҡ үҙаңды күрһәтеүегеҙ, Рәсәй Федерацияһы Президентын хуплағанығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә.

Концертта «Ҡарауанһарай» башҡорт төркөмө, республиканың башҡа музыкаль коллективтары һәм башҡарыусылары сығыш яһаны. Күренекле «Градусы» төркөмө музыканттары сара хедлайнерҙары булды.

http://www.bashinform.ru/news/1131588-v-ufe-sostoyalsya-prazdnichnyy-kontsert-nash-vybor-nasha-pobeda-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть