Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.76 ↑

EUR 75.79 ↓

24 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

«Һайлау-2018» йәмәғәт матбуғат үҙәге эшендә 200-гә яҡын журналист һәм блогер ҡатнашты

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олег Яровиков/.

2018 йылдың 18 мартында Өфөлә һайлау участкалары менән бер үк ваҡытта «Һайлау-2018» йәмәғәт матбуғат үҙәге лә асылды. Тәүлек буйына журналистар, блогерҙар, йәмәғәтселек фекере лидерҙары, йәмәғәт ойошмалары ағзалары, политологтар, эксперттар, һайлау алды штабтары вәкилдәре нон-стоп режимында тауыш биреү барышын күҙәтте.

Көн дауамында матбуғат үҙәгендә брифингтар уҙғарылды: киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә аҙ хәрәкәт иткән һайлаусылар, пассажирҙар өсөн тауыш биреүҙе ойоштороу, медицина учреждениеларында, тәфтиш изоляторҙарында, алыҫта урынлашҡан тораҡ пункттарҙа һайлау тураһында һөйләнеләр. Төштән һуң Президентлыҡҡа кандидаттарҙың һайлау алды штабы вәкилдәре журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Шулай уҡ Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһына трансфер, Үҙәк һайлау комиссияһынан, республика ҡала-райондарындағы һайлау участкаларынан тура бәйләнеш ойошторолдо.

Матбуғат үҙәгенең эше тураһында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус проектында уҡығыҙ.

http://www.bashinform.ru/news/1131420-v-rabote-obshchestvennogo-press-tsentra-vybory-2018-prinyali-uchastiya-okolo-200-zhurnalistov-i-blog/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть