Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24

EUR 78.07

24 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостанда һайлауҙар йәмғиәтебеҙҙең берҙәм булыуын күрһәтте»

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Рәсәй Президентын һайлау йәмғиәттең берҙәм булыуын һәм ғәмәлдәге дәүләт башлығы курсын яҡлауҙы күрһәтте, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, кисә үткән һайлауға йомғаҡ яһап.

– Ғәмәлдәге президент Владимир Владимирович Путин бер һүҙһеҙ еңеп сыҡты. Һөҙөмтәләр бик юғары, республикабыҙҙа – 77,7 процент. Башҡортостанда ҡалалар ҙа, ауыл халҡы ла Владимир Владимировичты, уның сәйәсәтен, уның һуңғы алты йыл дауамындағы эшен әүҙем яҡланы, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әлбиттә, бындай һөҙөмтәләр власҡа өҫтәмә яуаплылыҡ өҫтәй. Халыҡ властың йыйылған мәсьәләләрҙе йырып сығыуҙы дауам итеүен теләй. Граждандарыбыҙҙың талаптары кәмемәй. Унан да бигерәк, улар күп һәм йәшәү сифатын яҡшыртыу йәһәтенән арта ғына бара.

Илдә халыҡтың 67 проценттан ашыуы һайлауҙа ҡатнашҡан, был – бөтә властың, йәмәғәтселектең, сәйәси партияларҙың ҙур эш һөҙөмтәһе ул, тип билдәләне республика башлығы.

Һайлау барышында республикала етди хоҡуҡ боҙоуҙар теркәлмәне, булғандары ла формаль характерҙа ғына, тип хәбәр итте төбәк етәксеһе.

– Үҙәк һайлау комиссияһы һайлау барышы буйынса килгән ялыуҙарға әүҙем комментарий бирҙе. Минеңсә, барлыҡ һорауҙарҙы ла асыҡланыҡ. Бөгөнгә тикшерелмәгән бер хәл-ваҡиға ла ҡалманы тиерлек. Ысынында иһә етди хәл-ваҡиғалар булманы, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бөтәһе лә һәйбәт эшләне, тип иҫәпләйбеҙ. Техник яҡтан һайлау комиссиялары тулыһынса тәьмин ителгәйне. Әлбиттә, бөтә кимәлдәрҙә лә аңлатыу эштәре алып барылды. Сәнәғәт предприятиелары, ҙур производстволар үҙҙәрен һәйбәт күрһәтте.

Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, республикабыҙҙа һайлауҙар ыңғай, ойошҡанлы һәм законлы үтте.

http://www.bashinform.ru/news/1131288-rustem-khamitov-vybory-v-bashkortostane-eshche-raz-prodemonstrirovali-splochennost-nashego-obshchest/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть