Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.43 ↑

EUR 73.24 ↓

18 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Баш ҡалаһында милли кейемдәр парады уҙғарыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостандың баш ҡалаһында милли кейем байрамы уҙа. Республика халҡын 2018 йылдың 9 июнендә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале барышында ойошторолған байрамда ҡатнашырға саҡыралар.

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, милли кейемдәр парадында республикала йәшәгән 100-гә яҡын милләттең ҡатнашыуы күҙаллана.

Башҡортостан халыҡтарының берләшеүен символлаштырған сарала теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Тиҙҙән фестивалдең рәсми сайтында, шулай Халыҡтар дуҫлығы йорто сайтында унда ҡатнашыу шарттары менән танышырға мөмкин.

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала 160 милләт вәкиле йәшәй.

Саралар Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы һәм Өфө хакимиәте булышлығында уҙғарыла.

http://www.bashinform.ru/news/1131082-v-stolitse-bashkortostana-sostoitsya-marsh-parad-s-uchastiem-100-narodnostey-v-natsionalnykh-kostyum/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть