Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

17 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Константин Толкачев: «Һайлау һөҙөмтәләрен көтөлмәгән хәл тип әйтеп булмай»

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

«Һайлау һөҙөмтәләрен көтөлмәгән хәл тип әйтеп булмай, — тине Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Рәсәй Президентын һайлау йомғаҡтарына аңлатма биреп. — Ҙур өҫтөнлөк менән беренсе турҙа ғәмәлдәге Президент В.В. Путин еңеү яуланы, коммунистар һәм ЛДПР аҡһаҡалы Жириновский ҙа үҙ тауыштарын йыйҙы. Башҡа кандидаттарҙың һөҙөмтәләре генә бер аҙ аптыратты — бер процент самаһы һәм хатта унан да аҙыраҡ. Уларҙың ҡайһы берҙәре сәйәсәттә яңы кеше түгел, әүҙем һайлау алды кампанияһын алып барҙы, дебаттарҙа ҡатнашты, киң мәғлүмәт сараларында, социаль селтәрҙә сығыш яһаны».

«Республика һайлаусыларының Владимир Путиндың сәйәси курсына хөрмәт һәм ышаныс күрһәтеүҙәренә бик шатмын. Һайлау һөҙөмтәләре йәмғиәттәге ҡараштарҙың плюрализм кимәле, сәйәси кәйефтәр күрһәткесе булып тора, граждандарыбыҙҙың берләшеүенең юғары кимәлдә булыуын күрһәтә, — тип билдәләне парламент спикеры. — Ғәмәлдәге дәүләт башлығын яҡлау иҡтисадта, социаль өлкәлә үҫешеү өсөн бик мөһим. Президент Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә ошо хаҡта белдергәйне. Һайлау һөҙөмтәләре дәүләттең артабанғы үҫешенә, халыҡ-ара аренала Рәсәйҙең позицияларын нығытыуға йоғонто яһар, йәмғиәтебеҙ тормошонда сираттағы тарихи әйләнешкә старт бирер тип ышанам».

http://www.bashinform.ru/news/1131254-konstantin-tolkachev-rezultaty-vyborov-nelzya-nazvat-neozhidannostyu-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть