Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48

EUR 73.93

22 июль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә йылға кисеүҙәре 28 апрелдә асыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/.

Өфөлә йылға кисеүҙәрен асыу 28 апрелгә билдәләнгән. Ләкин, һауа торошона ҡарап, был датаның  үҙгәреүе лә мөмкин. Былтыр Өфө йылғаларында навигация 29 апрелдә асылғайны.

Үткән йыл менән сағыштырғанда, йылға паром кисеүҙәрендә юл хаҡы үҙгәрмәй. Бер яҡҡа билет хаҡы – 25, льготалы билет 15 һум тора. «Дудкин — Йәшел Морон» маршруты буйынса юл хаҡы 36 һум тәшкил итә (льготалылар өсөн 16 һум). Социаль карталар менән ҡулланыусыларға бушлай.

Паром кисеүҙәре хеҙмәттәре менән 18 мең баҡса участкаһы һәм 110 баҡсасылыҡ ширҡәттәре хужалары файҙалана алыр тип көтөлә.

http://www.bashinform.ru/news/1129671-rechnye-perepravy-v-ufe-otkroyutsya-28-aprelya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть