Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48

EUR 73.93

22 июль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Илдар Абдразаҡов Рәсәй Президентын һайлауҙа Нью-Йоркта тауыш бирҙе

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Илдар Абдразаҡов Рәсәй Президентын һайлауҙа ҡатнашты. Танылған опера йырсыһы Рәсәйҙең Нью-Йорктағы генераль консуллығында тауыш бирҙе. Әлеге ваҡытта артист Метрополитен опера спектаклдәрендә ҡатнаша.

Илдар Абдразаҡов хәбәр иткәнсә, һайлаусылар бик күп килгән, Нью-Йорктағы консуллыҡта сират булған. Рәсәйҙең Америка Ҡушма Штаттарындағы генераль консуллығы мәғлүмәте буйынса, Нью-Йоркта һайлау участкаларында 2849 Рәсәй гражданы тауыш биргән.

Ошо көндәрҙә Илдар Абдразаҡов Рәсәйгә ҡайта. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тиҙҙән өфөләр Башҡортостандың баш ҡалаһында яратҡан артисы менән осраша ала. 24-27 апрелдә Өфөлә Илдар Абдразаҡовтың I Халыҡ-ара музыка фестивале уҙа. Сара артистың ижади эшмәкәрлегенә 20 йыл тулыуға арналған.

http://www.bashinform.ru/news/1131065-ildar-abdrazakov-progolosoval-na-vyborakh-prezidenta-rossii-v-nyu-yorke/

Теги: һайлау
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть