Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.47 ↓

EUR 77.75 ↑

21 сентябрь, Йома

Уфа   °

Дүртөйлө районында тауар бетоны етештереү ойошторолған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Уҙған көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Дүртөйлөлә «Регион-Строй» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «Дүртөйлө Бетон Сервис» етештереү базаһында булды.

2013 йылда төҙөлгән предприятие тауар бетоны, иҙелмә, керамзит блоктар, ҡоҙоҡ блоктары, төҙөкләндереү изделиелары сығара. Цехтарҙа сит ил һәм Рәсәй ҡорамалдары ҡуйылған.

Директор Рөстәм Китапов һүҙҙәренсә, «Дүртөйлө Бетон Сервис» продукцияның сифатын күтәреү, уның күләмен һәм төрлөлөгөн арттырыу өҫтөндә даими эшләй. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа предприятиела профнастил һәм металл черепицаһы сығарыу үҙләштерелгән.

Сауҙа нөктәһенән һатыуҙан тыш, тауарҙы ҡулланыусыға илтеп биреү ойошторолған. Предприятие продукцияһы Дүртөйлөлә генә түгел, сиктәш райондарҙа ла һорау менән ҡуллана.

Республика Башлығы «Дүртөйлө Бетон Сервис»тың етештереү майҙансығын ҡараны, уның артабанғы үҫеш перспективаларын тикшерҙе.

http://www.bashinform.ru/news/1129622-v-dyurtyulinskom-rayone-organizovano-proizvodstvo-tovarnogo-betona/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть