Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

17 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Владимир Путин һайлауҙарҙа ышаныс белдергән яҡлыларға рәхмәт әйтте

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Владимир Путин Мәскәүҙә Манеж майҙанында митингта сығыш яһаны. Дәүләт башлығы үҙ яҡлыларға һайлауҙарҙа терәк булғандары өсөн рәхмәт әйтте, тип хәбәр итә Президенттың матбуғат хеҙмәте.

«Ошондай һыуыҡ төндә Мәскәүҙә, баш ҡала үҙәгендә йыйылғанығыҙ өсөн рәхмәт. Ышаныс белдергәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә, — тине Владимир Путин. — Бөгөн бында – Мәскәүҙә йыйылғандарға һәм ғәйәт ҙур илебеҙ биләмәһендәге беҙҙең яҡлыларға мөрәжәғәт итәһем килә. Һөҙөмтә өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә».

Милли лидер үҙен ҙур дөйөм милли команда ағзаһы тип таныны.

«Бында һуңғы йылдарҙа бик ҡатмарлы шарттарҙа эшләнгән эштәрҙе таныу күрәм. Бында кешеләрҙең шулай уҡ көсөргәнешле, яуаплы һәм тағы ла һөҙөмтәлерәк эшләүебеҙгә ышанысы бар. Ошондай ҡеүәтле, күп миллионлы командабыҙ өсөн рәхмәт. Беҙҙе уңыш көтә», — тине Владимир Путин.

Ошо берҙәмлекте һаҡларға кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент кандидаты.

«Башҡа кандидаттар өсөн тауыш бирә алғандарҙы үҙ яғыбыҙға йәлеп итеү бик мөһим. Беҙгә был берҙәмлек алға хәрәкәт итер өсөн кәрәк. Ә алға китер өсөн илебеҙҙәге һәр граждандың терәк-таянысын тойоу мөһим».

«Эшебеҙ барышында ниндәй ҙә булһа ағымдағы файҙанан сығып эш итмәйәсәкбеҙ. Беҙ бөйөк Ватаныбыҙҙың киләсәге, балаларыбыҙҙың киләсәге хаҡында уйлаясаҡбыҙ. Шулай эшләп, беҙ уңышҡа өлгәшәсәкбеҙ».

Рәсәй Президенты кандидаты шулай уҡ үҙенең һайлау штабында булды.

http://www.bashinform.ru/news/1131022-vladimir-putin-poblagodaril-storonnikov-za-podderzhku-na-vyborakh/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть