Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.66 ↓

EUR 75.21 ↑

25 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Баш ҡалала Игорь Моисеев исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерты үтте

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Игорь Моисеев исемендәге Халыҡ бейеүҙәре дәүләт академияһы ансамбленең концерты үтте. Ансамбль артистары «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» программаһын тәҡдим итте.

Донъяла тәүге профессиональ халыҡ бейеүҙәре ансамблен 1937 йылда легендар хореограф Игорь Моисеев ойошторған. Нәҡ ул уникаль хореография эстетикаһын: классик балет нигеҙҙәрен халыҡ бейеүе менән берләштерә, уны профессиональ кимәлгә күтәрә алған. Ансамбль репертуарында 200-ҙән ашыу донъя халыҡтары бейеүе.

Бөгөн коллективты Рәсәй мәҙәниәтенең юғары кимәлдәге бренды, юғары профессиональ хореография сәнғәте символы тип йөрөтәләр. Ансамблде Игорь Моисеевтың уҡыусыһы, ансамблдең элекке солисы, Рәсәйҙең халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы лауреаты Елена Щербакова етәкләй.

Концерт программаһына донъя халыҡтарының бейеү сәнғәтенә арналған ансамблдең иң күренекле хореография композициялары, шул иҫәптән «Ете ҡыҙ» башҡорт бейеүе ингән.

Ансамблдең концертын Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡараны.

http://www.bashinform.ru/news/1130812-v-ufe-sostoyalsya-kontsert-ansamblya-narodnogo-tantsa-imeni-igorya-moiseeva/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть