Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24

EUR 78.07

24 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Владимир Путин һайлауҙарҙың тәүге турында еңә – Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Ғәмәлдәге Рәсәй Президенты Владимир Путин 73,9 процент тауыш йыйып, дәүләт башлығын һайлауҙың тәүге турында еңә. Ошондай һайлау участкаларынан (экзитполдарҙан) сыҡҡанда граждандарҙан һорау алыу һөҙөмтәләре мәғлүмәттәрен ТАСС агентлығы килтерә Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәгенә һылтанып.

«Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәгенең экзитпол һөҙөмтәләре буйынса беренсе турҙа Владимир Путин (73,9 процент тауыш) Рәсәй Федерацияһы президенты итеп һайланды», — тиелгән экзитпол мәғлүмәттәрендә.

КПРФ кандидаты Павел Грудинин икенсе урын алды (11,2 процент), өсөнсөлә – ЛДПР лидеры Владимир Жириновский (6,7 процент).

Ҡалған кандидаттарҙың һөҙөмтәләре ныҡ ҙур түгел: Ксения Собчак — 2,5%, Григорий Явлинский — 1,6%, Борис Титов — 1,1%, Сергей Бабурин — 1,0%, Максим Сурайкин — 0,8%, — тиелә Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге материалдарында. Ғәмәлдә булмаған бюллетендәр һаны – 1,2 процент, тип асыҡлыҡ индерелә.

Экзитпол Рәсәйҙең 68 субъектында 1 мең 200 һайлау участкаһында Социаль тикшеренеүҙәр эксперт институты заказы буйынса уҙғарылды. Һайлау участкаһынан сыҡҡан саҡта Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге интервьюерҙары планшетта (635 участкала) аноним һораулама үтергә йәки тауыш биреү өсөн бюллетенгә оҡшаған һораулама бюллетенен тултырырырға һәм уны үҙаллы махсус йәшниккә (565 участка) төшөрөргә тәҡдим итте. Респонденттың кем өсөн тауыш биргәне, уның заты һәм йәше тураһында һорауҙар бирелде.

Бөтәһе 162 601 кешегә һорау бирелгән. Һорауҙарға респонденттарҙың 62,8 проценты яуап биргән. Респонденттарҙың 37,2 проценты яуап биреүҙән баш тартҡан.

http://www.bashinform.ru/news/1130975-vladimir-putin-pobezhdaet-v-pervom-ture-vyborov-vtsiom/

Теги: һайлауҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть