Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.32

EUR 75.65

23 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Рәсәй Президентын һайлауҙа экзитпол мәғлүмәттәрен иғлан иттеләр

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда экзитпол мәғлүмәттәре буйынса Рәсәй Президентын һайлауҙа Владимир Путин алдынғылыҡты биләй. Лидер һөҙөмтәһе – тауыштарҙың 74 проценты. Икенсе урында 11,7 процент һөҙөмтә менән Павел Грудинин. Тәүге өс лидерға Владимир Жириновский инә – 7,3 процент тауыш. Һуңынан килә Григорий Явлинский – 2,2 процент, Ксения Собчак – 1,4 процент, Борис Титов – 1,2 процент, Сергей Бабурин – 0,9 процент һәм Максим Сурайкин  – 0,7 процент.

Экзитпол мәғлүмәттәре алдынғы ғилми социаль үҙәктәр: "Социс-Эксперт" тикшеренеү үҙәге, СИМАКС һәм Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге һорауламаларының һөҙөмтәләре буйынса бирелгән. Улар экзитпол алымы буйынса 100 һайлау участкаһында тикшеренеү үткәргән. Ошо мәғлүмәтте һайлауҙар матбуғат үҙәгендә тикшеренеү үҙәге вәкиле Юлиә Веселухина уҡып ишеттерҙе.

Яңылышлыҡ алыу-ҡушыу менән 3 процент тәшкил итә.

http://www.bashinform.ru/news/1130958-v-bashkirii-ozvucheny-dannye-ekzitpolov-na-vyborakh-prezidenta-rossii/

Теги: һайлауҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть