Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.47 ↓

EUR 77.75 ↑

21 сентябрь, Йома

Уфа   °

Өфөнән арт-кондитер Ольга Носкова журналистарға һайлауҙар эмблемаһы менән торттар бүләк итте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/.

Рәсәй Президенты өсөн тауыш биреү көнө алдынан һайлауҙар эмблемаһы менән торт бешергән Өфөнән арт-кондитер Ольга Носкова 18 мартта кулинария «батырлығын» ҡабатланы. Ольга йәмәғәт матбуғат үҙәгендә эшләүсе журналистарға һәм блогерҙарға туғыҙ торт бүләк итте.

Уҙған көндәрҙә Өфө ҡыҙы Instagram-дағы сәхифәһендә Рәсәй флагы төҫтәрендә шәкәр шәрбәте менән ҡапланған мяталы мусс менән ҡурай еләге бисквитлы торт фотоһын ҡуйҙы.

«Рәсәй Президентын һайлауға әҙерләнәм, мотлаҡ рәүештә тауыш бирергә барам!» — тип хәбәр итте кондитер яҙылыусыларына. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ольга Носкованың блогына 570 меңгә яҡын кеше яҙылған.

http://www.bashinform.ru/news/1130925-ufimskiy-art-konditer-olga-noskova-podarila-zhurnalistam-torty-s-emblemoy-vyborov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть