Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24

EUR 78.07

24 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республиканың һайлау участкаларында тауыш иҫәпләү бара

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда һайлау участкалары тауыштарҙы иҫәпләү буйынса эшкә күсте. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, республика буйынса участкаларҙы ябыу мәленә, 10 эре биләмәне иҫәпкә алмағанда, һайлаусыларҙың 70 проценты тауыш биргән, тип хәбәр иттеләр Үҙәк һайлау комиссияһында.

Тауыш биреү тамамлағандан һуң һайлау комиссиялары ағзалары файҙаланылмаған һайлау бюллетендәрен иҫәпләп алып ҡуя.

«Участка һайлау комиссияларының бөтә эше видеокүҙәтеү камералары аҫтында бара», — тип һөйләне Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова.

Һуңынан комиссия ағзалары һайлаусыларҙың исемлектәре менән эшкә тотона, унан һуң ғына бюллетендәрҙе иҫәпләй. Башта күсмә, һуңынан стационар йәшниктәр асыла. Бөтә бланктар ҙа өҫтәлгә һалына, бутала һәм һуңынан кандидаттарҙың фамилиялары буйынса тауыштар һанала.

Һөҙөмтәлә QR-код ярҙамында протокол төҙөлә. Бөтә протоколдарҙы ҡабул итеп, территориаль һайлау комиссияһы мәғлүмәттәрҙе «Һайлауҙар» дәүләт автоматлаштырылған системаға индерә һәм йомғаҡлау протоколдарын Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһына илтеп бирә. Төбәк Үҙәк һайлау комиссияһы Башҡортостан биләмәһендә тауыш биреү йомғаҡтарын билдәләй.

Марина Долматова һүҙҙәренсә, территориаль һайлау комиссияларынан тәүге мәғлүмәттәр төнгө сәғәт 10-дан һуң килә башлай.

http://www.bashinform.ru/news/1130879-izbiratelnye-uchastki-bashkirii-rabotayut-v-rezhime-podscheta-golosov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть