Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.76 ↑

EUR 75.79 ↓

24 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Алдағы өс көндә төбәктә һауа температураһының норманан дүрт градусҡа түбән булыуы фаразлана

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы насар һауа торошо хаҡында хәбәр итте. Дүшәмбегә, 19 мартҡа, ҡарата төндә циклон көслө ҡар, буран һәм ҡапыл иҫкәндә секундына 23 метрға еткән ел алып килә.

«Иртәнгә табай һауа температураһы көслө һыуыҡ инеү иҫәбенә -19,-24, көнсығыш буйынса -14 градусҡа тиклем төшәсәк. 19 мартта көндөҙ бер аҙ ҡар яуыуы һәм буран булыуы, республиканың төньяҡ-көнсығышы буйынса елдең секундына 17 метрға етеүе фаразлана», — тип аңлатты Башгидрометүҙәк синоптиктары.

Метеорологтарҙың фараздары буйынса, 21 мартҡа тиклем төбәктә һауа температураһының норманан 1-4 градусҡа түбән, көньяҡ-көнсығыш буйынса нормаға яҡын булыуы күҙәтеләсәк.

http://www.bashinform.ru/news/1130828-blizhayshie-tri-dnya-v-bashkirii-prognoziruetsya-temperatura-vozdukha-nizhe-normy-na-chetyre-gradusa/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть