Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.60 ↑

EUR 76.18 ↓

27 апрель, Йома

Уфа   °

Республика Үҙәк һайлау комиссияһы һайлауҙа булған боҙоуҙар хаҡында һөйләне

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһына тауыш биреү көндө 10 мөрәжәғәт булған, улар рәсми тәртиптә теркәлгән. Мөрәжәғәттәрҙең тематикаһын журналистар өсөн брифингта Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов әйтеп үтте.

Улар иһә һайлау тауышына хоҡуҡлы ағзаларға йәки күҙәтеүселәргә тауыш биреү өсөн бүлмәлә булыу мөмкинлегенә баш тартыу. Бындай мөрәжәғәттәр Ксения Собчактан, Григорий Явлинскийҙан һәм Павел Грудининдан Президент кандидаты вәкилдәренән теркәлгән.

Бер мөрәжәғәт булыу урыны буйынса тауыш биреү хаҡында.

«Күберәк процедураны аңлатыу талап ителде, кеше ғариза бирергә генә һуңлаған», — тип аңлатты Марат Ғәҙелов.

Төбәк Үҙәк һайлау комиссияһы вәкиле һүҙҙәренсә, күҙәтеүселәрҙең статусын аңлатыу буйынса мөрәжәғәт бар. Тағы ла икәүһе – һайлаусыларҙың исемлеге менән бәйле.

«Бында иһә, дөйөм һайлаусылар һаны фонында, ә улар республикабыҙҙа 3 миллиондан ашыу, техник хаталар булыуы ихтимал», — тип аңлатты Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары.

Марат Ғәҙелов һөйләүенсә, бер ғариза тауыш биреү тәртибенә ҡағылған.

http://www.bashinform.ru/news/1130806-tsik-bashkirii-rasskazal-o-narusheniyakh-na-vyborakh/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть