Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.60 ↑

EUR 76.18 ↓

27 апрель, Йома

Уфа   °

Рәсәй Президентын һайлауҙа Башҡортостандан 105 йәшлек инәй ҡатнашты

Сәйәсәт

ӨФө, 2018 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостандағы оҙон ғүмерлеләр Рәсәй Президентын һайлауҙа ҡатнаша, улар иҫәбендә Бәләбәй ҡалаһынан иң өлкән кеше Нина Федоровна Коноплянникова бар. 105 йәшлек инәй бер һайлау кампанияһынан да ситтә ҡалмай, әммә бөгөн, оло йәштә булыуы менән бәйле һайлау участкаһына үҙаллы бара алманы, шуға өйҙән тауыш бирҙе.

1185-се участка һайлау комиссияһы ағзалары ветеранға үҙҙәре килде, Бәләбәй ҡалаһы советы депутаты Сергей Караберов һәм урындағы журналистар оҙон ғүмерле инәйҙең хәлен белеште. Оло йәштәге инәйгә ғаризаны тултырырға һайлау комиссияһы ағзаһы Лилиә Билалова ярҙам итте, ә бюллетенде Нина Федоровна, ил яҙмышын ышанып тапшырған кандидатының фамилияһын табып, үҙе тултырҙы.

Нина Федоровнаның иңендә 50 йылдан ашыу хеҙмәт стажы. Һуғыш йылдарында ул райондың баш агрономы булып эшләгән. Оҙон ғүмерле инәй йәштәргә өгөт-нәсихәт әйтте: «Ғәҙел, намыҫлы эшләгеҙ һәм ололарҙы ихтирам итегеҙ!».

http://www.bashinform.ru/news/1130555-v-vyborakh-prezidenta-rossii-prinyala-uchastie-105-letnyaya-zhitelnitsa-bashkirii-/

Теги: һайлауҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть