Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.74 ↑

EUR 75.77 ↓

19 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Михаил Бабич: «Ҡайһы бер төбәктәрҙә һауа торошо ҡыйынлыҡ килтерә, шуға ҡарамаҫтан, тауыш бирергә барыусылар һаны юғары»

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

18 мартта Түбәнге Новгородтағы 1-се гимназияла Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич буласаҡ ил Президенты өсөн тауыш бирҙе.

«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер төбәктәрҙә һауа торошо ҡыйынлыҡ килтерә, шуға ҡарамаҫтан, тауыш бирергә барыусылар һаны юғары. Кешеләр ихласлап, яҡшы кәйеф менән бара. Төбәктәрҙә кешеләргә уңайлы тауыш биреүгә һәм Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауға үҙ мөнәсәбәтен белдереүгә бөтә шарттар һәм мөмкинлектәр тәьмин итеү өсөн әҙерлек эше башҡарылды. Бөтәһе лә иң юғары кимәлдә үтер тип ышанам», — тине Михаил Бабич.

Шулай уҡ дәүләт башлығының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле «Уңайлы ҡала мөхите» программаһы сиктәрендә төҙөкләндереү өсөн тәү сираттағы объектҡа тауыш бирҙе.

18 мартта бөтә Рәсәй буйынса ил Президентын һайлайҙар. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда тауыш биреү 51 проценттан ашыу тәшкил иткән.

http://www.bashinform.ru/news/1130618-mikhail-babich-v-nekotorykh-regionakh-podvodit-pogoda-no-nesmotrya-na-eto-ochen-vysokaya-yavka/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть