Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81 ↑

EUR 75.32 ↑

20 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Мексиканан халыҡ-ара эксперт Өфөләге һайлау участкаларының эшен баһаланы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Өфөлә «Һайлауҙар-2018» йәмәғәт матбуғат үҙәгендә 18 мартта Мексиканан халыҡ-ара эксперт, Мехико ҡалаһының конгресс башлығы аппараты етәксеһе Рауль Торрэс булды. Журналистар менән әңгәмәлә ул республиканың баш ҡалаһындағы биш һайлау участкаһында булғанын хәбәр итте.

«Участкаларға йәш кешеләрҙең, балалары менән ата-әсәләрҙең, пенсионерҙарҙың тауыш бирергә килгәнен күрҙем. Бер ниндәй ҡағиҙә боҙоу асыҡланманы. Бөтәһе лә һәйбәт. Тик һауа торошо ғына бер аҙ кәйефте боҙҙо», — тине халыҡ-ара эксперт.

Рәсәйҙәге һайлауҙар Мексикалағынан нимәһе менән айырыла тигән һорауға ул техник өлкәне билдәләне.

«Һеҙҙә тауыштарҙы һанаған электрон машиналар (КОИБ – һайлауҙарҙа һайлаусыларҙың тауыштарын иҫәпләү өсөн электрон ҡоролма) бар. Улар тиҙ генә тауыштарҙы һанай һәм шуның менән һайлауҙарҙың асыҡлығын тәьмин итә».

http://www.bashinform.ru/news/1130476-mezhdunarodnyy-ekspert-iz-meksiki-otsenil-rabotu-izbiratelnykh-uchastkov-ufy-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть