Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43 ↑

EUR 75.38 ↑

15 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

«Салауат Юлаев» хоккей клубының йәш көйәрмәндәре Рәсәй Президентын һайлауҙа әүҙем булғандары өсөн бүләктәр алды

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

18 мартта Өфөлә «Һайлауҙар-2018» йәмәғәт матбуғат үҙәгендә «Салауат Юлаев» хоккей клубы ойошторған конкурс еңеүселәрен бүләкләнеләр. Бүләкләү өсөн Өфө командаһының 18 йәшлек көйәрмәндәрен: Кристина Ростованы, Айрат Нуретдиновты, Эрик Хәбибовты һәм Азамат Хасаяновты саҡырҙылар.

«Һайлау участкаһына килеп, Рәсәй Президенты өсөн тауыш биреү – һәр кемдең гражданлыҡ бурысы, тип уйлайбыҙ, — тине йәш көйәрмән Азамат Хасаянов. — Мин тауыш бирҙем дә инде. Беҙ, йәш быуын булараҡ, һайлауҙарҙа мотлаҡ ҡатнашырға тейеш, сөнки киләсәк беҙҙең ҡулда».

Шулай уҡ бүләкләүҙә Өфөнөң «Ағиҙел» ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы һәм Рәсәй йыйылмаһы ҡапҡасыһы Анна Пругова булды. 24 йәшлек хоккейсы рәсәйҙәрҙең байтағы илебеҙ президенты өсөн тауыш бирергә килер һәм дөрөҫ аҙым яһар тигән ышаныс белдерҙе.

http://www.bashinform.ru/news/1130136-yunye-bolelshchiki-khk-salavat-yulaev-za-aktivnost-na-vyborakh-prezidenta-rf-poluchil-podarki-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть