Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.25 ↓

EUR 75.39 ↓

14 декабрь, Йома

Уфа   °

Дәүләкән районының Рублевкаһында йәшәүселәр өйҙән тауыш бирҙе

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Дәүләкән районының Бик-Ҡарамалы ауыл советы биләмәһендә 3-сө яртыға һайлаусыларҙың 74 проценты тауыш бирҙе, тип хәбәр итә «Асылыкүл» район гәзите.

Был ваҡытҡа 424 һайлаусынан 314 кеше тауыш биргән. Ул иһә ауыл биләмәһенә ингән һигеҙ тораҡ пункты халҡы. Үҙ участкаһына барып етеү мөмкинлеге булмағандар өсөн урындағы участка һайлау комиссияһы өйҙән тауыш биреү ойошторған.

Бындай мөмкинлек менән 50 кеше файҙаланған, улар араһында – Рублевка ауылында йәшәүсе Лидиә һәм Федор Фетесенколар. 80 йәшлек ирле-ҡатын ил өсөн бик мөһим ваҡиғала ҡатнашып, үҙ кандидаты өсөн тауыш бирҙе.

http://www.bashinform.ru/news/1130452-zhiteli-davlekanovskoy-rublevki-progolosovali-na-domu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть