Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.43 ↑

EUR 73.24 ↓

18 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Республика халҡын Өфө аэропортына экскурсияға саҡыралар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты хакимиәте Башҡортостан халҡын экскурсияға саҡыра, унда йәйге майҙанға сығыу ҡаралған. Ул йәкшәмбе, 25 мартта, була. Экскурсияла ҡатнашыусылар аэропорттың нисек эшләгәнен, самолеттарҙың нисек осоп киткәнен һәм ултырғанын, һауа судноларын нисек хеҙмәтләндергәндәрен күрә ала.

Бер нисә ябай шартты үтәп, аэропорт буйынса турға шәхси саҡырыу алырға мөмкин:

— «Өфө» аэропортының «Бәйләнештә»ге төркөмөндә яҙылыусы булырға;

— «Өфө» аэропортынан отпускка осоуыңды хәтергә төшөрөргә;

— сәфәр тарихы менән социаль селтәрҙәрҙә уртаҡлашырға;

— яҙмала @airportufa тигән һүҙҙе билдәләргә;

— хатҡа #airportufa #аэропортуфа #дорогавлетоизуфы тигән яҙыуҙарҙы ҡуйырға.

Иң яҡшы яҙма авторҙары аэропортҡа онотолмаҫлыҡ экскурсияға саҡырыу аласаҡ. Саҡырылғандарҙың исемдәре 22 мартта билдәле була.

«Өфө» аэропорты сәбәбен аңлатмайынса экскурсияла ҡатнаштырыуҙан баш тартыу хоҡуғына эйә. Бөтә экскурсияла ҡатнашыусылар менән мотлаҡ рәүештә бәйләнешкә инәләр. Экскурсияла биш йәштән оло балалар ҡатнаша ала. Бәлиғ булмағандарға өлкәндәр оҙатыуында (бер бала – бер өлкән кеше) рөхсәт ителә.

http://www.bashinform.ru/news/1129224-zhiteley-bashkirii-priglashayut-na-ekskursiyu-v-aeroport-ufy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть