Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48

EUR 73.93

22 июль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Төбәктә сәғәт 12-гә ҡарата һайлаусыларҙың 29,67% тауыш биргән

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда сәғәт 12-гә ҡарата һайлаусыларҙың 29,67% тауыш биргән, тип хәбәр итте Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова. 2012 йылда Рәсәй Президентын һайлауҙа сәғәт 12-гә халыҡтың 23,99 проценты килгәйне.

Республикала 899 577 кеше һайлаған да инде. Балтас, Тәтешле һәм Федоровка райондарында йәшәүселәр бик әүҙем. Республикала тәүге тапҡыр тапҡыр тауыш биреүселә — 50 745.

Әлеге мәлдә һайлаусылар исемлегенә 3 миллион 31 мең 99 кеше индерелгән.

Бөгөн, 18 мартта, Рәсәйҙә дәүләт башлығын һайлайҙар. Һайлаусыларҙы 3398 стационар һайлау участкаһында һәм һайлаусылар ваҡытлыса булған урындарҙа ойошторолған 38 участкала (31 дауалау учреждениеһында, өс шифаханала, өс тәфтиш изоляторында, Өфө ҡалаһының тимер юл вокзалында) көтәләр.

Ил биләмәһендә теркәлмәгән Рәсәй граждандары үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын 119-сы участкала үтәй ала. Адресы: Өфө ҡалаһы, Посадская урамы, 26.

http://www.bashinform.ru/news/1130134-v-bashkirii-yavka-izbirateley-na-12-chasov-sostavila-29-67/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть