Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

17 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда аҙ хәрәкәт иткән төркөмгә ҡараған граждандар өсөн һайлау участкалары эшләй

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/.

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Рөстәм Исхаҡов Рәсәй Президентын һайлауҙа республикабыҙҙа төпкөлдә йәшәгәндәр һәм аҙ хәрәкәт иткәндәр өсөн тауыш биреүҙең нисек ойошторолғанлығы хаҡында һөйләне.

Рөстәм Исхаҡов һүҙҙәренсә, республикала һайлау участкаларынан алыҫта урынлашҡан 40-ҡа яҡын ауыл бар. Белорет районындағы ауыл төбәктә рекордсмен булып тора, һайлау участкаһына — Ассы ауылына тиклем ара 37 саҡрым тәшкил итә. Балтас, Дыуан, Әбйәлил һәм Йылайыр райондарында ла шундай ауылдар бар.

Һайлаусыларҙы участкаларға автобус йөрөтә. Сәләмәтлеге буйынса һайлауға бара алмаған кешеләрҙең ғаризаһы буйынса күсмә йәшникте уларҙың өйҙәренә килтерәләр.

Рөстәм Исхаҡов һүҙҙәренә,республика буйынса уртаса алғанда, бындай участкаларҙа халыҡ бик әүҙем. Уҙған һайлауҙа ул 99 процентҡа еткән.

Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы аҙ хәрәкәт иткән төркөмгә ҡараған граждандар өсөн дә тауыш биреү ойоштора. Мәҫәлән, Белорет районында һуҡыр һәм насар күргән һайлаусылар өсөн участка эшләй. Өфөлә (68), Күмертауҙа (26), Межгорьела (6), Октябрьскийҙа (14), Салауатта (10), Сибайҙа (24), Баймаҡ районында (49) махсус участкалар асылған. Бындай участкалар пандустар һәм махсус кабиналар менән йыһазландырылған.

Бөгөн, 18 мартта, дәүләт башлығы вазифаһы өсөн Бабурин Сергей Николаевич («Рәсәй дөйөм халыҡ союзы»), Грудинин Павел Николаевич (КПРФ), Жириновский Владимир Вольфович (ЛДПР), Путин Владимир Владимирович (үҙен-үҙе күрһәткән), Собчак Ксения Анатольевна («Гражданлыҡ инициативаһы»), Сурайкин Максим Александрович («Рәсәй коммунистары»), Титов Борис Юрьевич (Үҫеш партияһы), Явлинский Григорий Алексеевич («Яблоко») көс һынаша.

http://www.bashinform.ru/news/1130081-na-vyborakh-prezidenta-rossii-v-bashkirii-rabotayut-izbiratelnye-uchastki-dlya-malomobilnykh-izbirat/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть