Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.60 ↑

EUR 76.18 ↓

27 апрель, Йома

Уфа   °

Хөрмәтулла Үтәшев: «Тауыш биреп кенә иртәгәһе көнөбөҙҙө билдәләй алабыҙ»

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Танылған актер һәм режиссер, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Хөрмәтулла Үтәшев һайлауҙа тауыш бирҙе.

«Иртәгәһе көнөмдө, балаларымдың, ейәндәремдең киләсәген нисек билдәләй алам? Һайлауҙа тауыш биреү юлы менән генә! Илебеҙ яҙмышы, республикабыҙ яҙмышы, үҙебеҙҙең яҙмыш хәл ителә. Ғаиләмдә һәм хеҙмәттәштәрем араһында беҙ ошо теманы, кандидаттарҙы, уларҙың һайлау алды программаларын йыш тикшерәбеҙ. Туғандарым һәм коллегаларым да һайлауға барырға йыйына. Бөгөн — Башҡорт дәүләт академия драма театрында премьера, көсөргәнешле көн, ләкин, шуға ҡарамаҫтан, хеҙмәттәштәрем тауыш биреп өлгөргән дә инде», — тип хәбәр итте актер.

Хөрмәтулла Үтәшев Өфөләге 21-се лицейҙа урынлашҡан участкала тауыш бирҙе. Башҡорт телендәге бюллетень менән тауыш бирҙем, тип билдәләне актер.

http://www.bashinform.ru/news/1130018-khurmatulla-utyashev-tolko-progolosovav-my-mozhem-opredelit-svoy-zavtrashniy-den-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть