Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24

EUR 78.07

24 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда ит, йомортҡа һәм шәкәр арзанайған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/.

Башҡортостанстат 2018 йылдың февраль айы йомғаҡтары буйынса айырым тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә хаҡтарҙың үҙгәреүе, шулай уҡ инфляция кимәле тураһында мәғлүмәттәрҙе иғлан итте.

2017 йылдың декабре менән сағыштырғанда, инфляция кимәле 0,4% булған (бер йыл элек – 0,5%). Аҙыҡ-түлек – 0,8%, тауарҙар – 0,3% ҡиммәтләнгән, хеҙмәттәр 0,02% арзанайған.

Статистика мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан ит ризыҡтары (-0,4%), май (-0,5%), сыр (-0,2%), йомортҡа (-3,7%), шәкәр (-1,3%), он (-0,4%), ярма (-2,3%), макарон изделиелары (-0,4%) һәм алкоголь (-0,4%) осһоҙланған. Икмәккә, һөткә, еләк-емешкә, шулай дөйөм туҡланыу хеҙмәттәренә хаҡ артҡан.

33 аҙыҡ төрөнән торған минималь йыйым, аҙыҡ-түлек-кәрзине февралдә 3516 һум 10 тин булған.

Башҡортостандың Милли банкында белдереүҙәренсә, 2017 йыл йомғаҡтары буйынса инфляцияның үҫеш темпы Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда тарихи минимумға саҡлы төшкән – ил буйынса 2,5% һәм республикала 1,6%.

http://www.bashinform.ru/news/1129820-v-bashkirii-podesheveli-myaso-yaytsa-i-sakhar/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть