Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24

EUR 78.07

23 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала 312 725 кеше һайлауға килгән

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәт үҙәгенең иртәнге сәғәт 10-ға биргән оператив мәғлүмәттәре буйынса, республикала 312 725 кеше тауыш биргән, йәғни төбәк электоратының дөйөм һанынан 10,33%. Был хаҡта бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев һөйләне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала 3398 стационар һайлау участкаһы һәм һайлаусылар ваҡытлыса булған урындарҙа 38 участка (31 дауалау учреждениеһында, өс шифаханала, өс тәфтиш изоляторында, Өфө ҡалаһының тимер юл вокзалында) эшләй. Һайлаусылар исемлегенә 3 023 200 кеше индерелгән. Тауыш биреү урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем дауам итә.

Бөгөн, 18 мартта, дәүләт башлығы вазифаһы өсөн Бабурин Сергей Николаевич («Рәсәй дөйөм халыҡ союзы»), Грудинин Павел Николаевич (КПРФ), Жириновский Владимир Вольфович (ЛДПР), Путин Владимир Владимирович (үҙен-үҙе күрһәткән), Собчак Ксения Анатольевна («Гражданлыҡ инициативаһы»), Сурайкин Максим Александрович («Рәсәй коммунистары»), Титов Борис Юрьевич (Үҫеш партияһы), Явлинский Григорий Алексеевич («Яблоко») көрәшә.

Республикала тауыш биреү урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 8-ҙә тамамлана.

http://www.bashinform.ru/news/1129960-v-bashkirii-progolosovali-312-725-izbirateley/

Теги: һайлау
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть