Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.85 ↓

EUR 75.40 ↑

20 апрель, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда Путиндың «игеҙәге» тауыш бирҙе

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда 18 мартта Рәсәй Президентын һайлауға Путиндың «игеҙәге» килде. 67 йәшлек Юрий Широков Кушнаренко районы Первушин ауылындағы һайлау участкаһында тәүгеләрҙән булып тауыш бирҙе.

Урындағы ауыл Советының элекке башлығы, хәҙер иһә әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Юрий Широков тыуған ауылында, шулай уҡ тотош илдә барған хәл-ваҡиғаларға етди ҡарарға күнеккән. Һайлауҙа ҡатнашыу — илдә йәшәгән һәр кешенең бурысы, тип иҫәпләй ул.

Башҡортостанда Путинға оҡшаған кешенең йәшәүе тураһында 10 йыл элек үк һөйләй башлағайнылар.

2012-203 йылдарҙа, урындағы «Атна» гәзите (хәҙер был баҫма юҡ) уҡыусылары фекере буйынса, ул игеҙәктәр конкурсында еңеп сыҡҡайны.

http://www.bashinform.ru/news/1129910--dvoynik-putina-progolosoval-v-bashkirii/

Теги: һайлау
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть